AY YOLA - Akbuzat

Исполнитель:AY YOLA
Название:Akbuzat
Размер:7.89 Мб
Качество:320 кбит

Слушать онлайн:
Скачать:
Текст песни:

Текст песни AY YOLA - Akbuzat:

Матур миңә дан булмаҫ та
Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ та
Мин сапҡанда ел ҡубыр ҙа
Таш та ятып түҙә алмаҫ та

Эйәремдең ҡаршында ла
Булат алмас ҡылысым да
Утка һалһаң иремәҫ тә
Бер нигә тейеп тупармаҫ та

Һөйөп тә алғас та Аҡбуҙын
Һомай ҙа һылыу әйткән дә үҙенең хаҡ һүҙен
Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп тә,

Рухһыҙҙарын ырғытып та;
Бына килде батырҙар көтөп
Батырлығын да һайлапмы ла,
Матурлығын мы,

Береһен алаһың
Үҙеңә юлдаш
Миңә һөйгән йәр булыр ҙа
Һиңә булыр иптәш

һомай майҙан йыйған, ти ҙә
Аҡбуҙатын саҡырған, ти
Күк күкрәп, шау килеп тә
Ерҙә дауыл ҡуптарып та

Йондоҙ һымаҡ атылып та
Аҡбуҙ толпар, атлығып та
Күктән килеп төшкән, ти ҙә
һомай һылыу алдына ла

Килеп, башын эйгән, ти ҙә
Бөтә майҙан һоҡланған ти
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған
Ялын ҡыҙҙай тараған ти

Елгә ҡоштай елпенеп тә
Артында саң уйнатыр ҙа
Хайран итер, уйлатыр ҙа
Бына ошондай Аҡбуҙ ул

Һөйөп тә алғас та Аҡбуҙын
Һомай ҙа һылыу әйткән дә үҙенең хаҡ һүҙен
Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп тә,

Рухһыҙҙарын ырғытып та;
Бына килде батырҙар көтөп
Батырлығын да һайлапмы ла,
Матурлығын мы,

Береһен алаһың
Үҙеңә юлдаш
Миңә һөйгән йәр булыр ҙа
Һиңә булыр иптәш

Матур миңә дан булмаҫ та
Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ та
Мин сапҡанда ел ҡубыр ҙа
Таш та ятып түҙә алмаҫ та

Эйәремдең ҡаршында ла
Булат алмас ҡылысым да
Утка һалһаң иремәҫ тә
Бер нигә тейеп тупармаҫ та
Показать полностью

Mp3zvuk.ru - музыкальный портал

Скачать песни бесплатно, без регистрации на нашем сайте Mp3zvuk.ru. Только новые и самые популярные песни этого года.

Использование файлов cookie
Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, которые обеспечивают правильную работу сайта.
Подтверждаю
Подробнее